Бюджет тәьминәте буйынса Башҡортостан 60-сы позициянан икенсе баҫҡысҡа күтәрелде.

Ыңғай динамика ҡаҙнаға "Башнефть" компанияһынан ингән дивидендтар менән дә бәйле. Был турала Республика башлығы бөгөн Башҡортостандың ярты йылдағы социаль-иҡтисади үҫешенә арналған Хөкүмәт ултырышында белдерҙе. Муниципаль бюджет өсөн дә яҡшы яңылыҡ бар. Рөстәм Хәмитов ябайлаштырылған система буйынса йыйылған һалымдың 40 процентын урындағы үҙидара иҫәбенә күсерергә ҡушты.

Социаль-иҡтисади үҫеш тигәндә, тотош республикала тормош сифаты күҙ уңында тотола. Тәү урында әлбиттә халыҡ мәнфәғәте, йәшәү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу, әммә бар проблемалар ҙа аҡсаға барып тоташа. Был тәңгәлдә ыңғай динамика бар, Башҡортостан бюджетҡа килем буйынса төбәктәр рейтингында өҫкә күтәрелгән.

Рөстәм Хәмитов, Республика башлығы: «Обеспечена сбалансированность бюджета, укрепляется налоговый потенциал. За первое полугодие в бюджет поступило более 114 млрд рублей доходов. Это на 21 млрд рублей больше, чем в прошлом году. Это один из самых высоких темпов роста в стране. В рейтинге регионов по этому показателю мы за год поднялись с 60-х позиций на второе место в стране».

Муниципаль берәмектәрҙә лә социаль обьекттар төҙөү, инфраструктураны яҡшыртыу мөмкинлеге киңәйә. Республика башлығы ябайлаштырылған система буйынса йыйылған һалымдың бер өлөшөн урында ҡалдырырға тәҡдим итте. Ҡануни проект быйыл көҙ үк депутаттар ҡарамағына сығарыла.

Рөстәм Хәмитов, Республика башлығы: «При этом выросла нагрузка на местные бюджеты. Предлагаю для поддержки муниципалитетов дополнительно передать 40 процентов поступлений от налога, взимаемого по упрощённой системе, в бюджеты городских округов. Это даст им ещё не менее 1,7 млрд рублей дохода, в том числе по Уфе это увеличение составит 1,4 млрд рублей. Соответствующий проект закона осенью будет внесён в Государственное Собрание - Курултай Республики Башкортостан».

Иғтибарҙы арттырыу талап ителгән өлкәләр ҙә бар, мәҫәлән тәүге ярты йыллыҡта инвестициялар йәлеп итеү 4 тапҡырға кәмеп, 90 миллиард һумға төшкән, ошондай күренеш тотош ил буйынса күҙәтелә. Уның ҡарауы сәнәғәт етештереүе 3, уртаса хеҙмәт хаҡы 10 проценттан ашыуға күтәрелгән. Урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡтың әүҙемлеге лә күҙәтелә, тине Республика башлығы. Рөстәм Хәмитов торлаҡты арзаныраҡ итеп төҙөү бурысын да ҡуйҙы. Хаҡтар, әлбиттә, сифатҡа йоғонто яһарға тейеш түгел. Әле республика торлаҡ төҙөү буйынса Волга буйы федераль округында икесе урында килә. Әммә тынысланырға иртәрәк, торлаҡ төҙөлөшөнән тыш алда йөҙгә яҡын юбилей обьектын сафҡа индереү бурысы тора.

Рөстәм Хәмитов, Республика башлығы: «Работа по юбилейным объектам должна быть выполнена в срок. Запланирована культурная программа не только здесь, у нас в Башкортостане, но и за пределами республики. Будем презентовать регион в рамках крупных, в том числе международных мероприятий. Эти события должны быть масштабными и запомниться каждому жителю республики».

Башҡортостандың 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән үҫеш планына Ил Президентының май указдарына ярашлы үҙгәрештәр индереү талап ителә. Дәүләт программалары, юл карталары төп документты күҙ уңында тотоп ҡабул ителергә тейеш, тине Рөстәм Хәмитов.

Башҡортостандың ярты йыллыҡ социаль-иҡтисади үҫешен тотороҡло тип баһаларға мөмкин. Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестәр менән сағыштырғанда юғары. Әлбиттә проблемалар ҙа юҡ түгел, әммә улар хәл ителә. Ултырышта Рөстәм Хәмитов белдереүенсә, һандар, отчеттар, пландар халыҡтың тормошонан айырылырға тейеш түгел. Ә кешеләрҙе тәү сиратта эш урыны, хеҙмәт хаҡы, йәшәү сифаты, белем алыу, медицина хеҙмәтләндереүе менән бәйле һорауҙар ҡыҙыҡһындыра. Ошо маҡсаттарҙың төп урынды биләүе зарур, беҙ халыҡтың лайыҡлы тормошо өсөн яуаплы, тине Республика башлығы.

Автор: Рәмзиә Кәримова