Республика баҫыуҙарында ураҡ дауам итә.

Ҡырмыҫҡалы районында "Уңыш" хужалығы ужым культураларын һуғыу менән мәшғүл. Үҫтерелгән игенде йыйып алыу өсөн тағы ла егермеләп көн кәрәк буласаҡ ти, аграрийҙар. Ужым баҫыуҙары 3127 гектар ерҙе биләй. Әле уңыш майҙандарҙың яртыһында тиерлек йыйылған. Хужалыҡта егерме биш комбайн эшләй, уларҙың туғыҙы быйыл ғына һатып алынған. Техникаға тәжрибәле комбайнсылар идара итә.

Хужалыҡта шулай уҡ көнбағыш, кукуруза үҫтерелә. Был аҙнала 360 гектар ерҙә рапс культураһын йыйыу эштәре башланды. Билдәле булыуынса, республика хужалыҡтары тәүге бер миллион ике йөҙ тонна игенде элеваторҙарға оҙатты. Һуңғы мәғлүмәт буйынса, сәсеү майҙандарының өстән бер өлөшөндә ураҡ тамамланған.