Өфөлә торлаҡ йортта янғын сығыу сәбәпле 30 кешене эвакуациялайҙар

24 августҡа ҡараған төндә Әхмәтов урамында урынлашҡан туғыҙ ҡатлы йорттарҙың береһендә ут сыға. Ваҡиға урынына янғын һүндереүселәр сыға.

Асыҡланыуынса, өс фатирлы йорттоң йыһазына ут тоҡанған була. Йорттан утыҙ кеше эвакуациялана.Һөҙөмтәлә, бер кем дә зыян күрмәй.

Янғын 06:27 сәғәттә һүндерелә. Ваҡиға урынында ете кеше һәм ике берәмек техника эшләй.

Фото: Интернет