Башҡортостанда уртаса хеҙмәт хаҡы артҡан

Кисә, 23 августта,Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ултырышы үтте. Сара барышында ағымдағы йылдың ярты йыллығына төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенә йомғаҡ яһалды. Был хаҡта Республика Хөкүмәте Башлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

БР-ҙың Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов белдереүенсә, төбәктә уртаса хеҙмәт хаҡы ун процентҡа артҡан. Хәҙер уның күләме яҡынса 33 мең һум. Шулай уҡ, республика халҡының уртаса ғүмер оҙонлоғо 71,73 йәшкә етә.

Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, 2018 йылда республиканың бюджеты, уҙған йыл менән сағыштырғанда, күберәк. Төбәк Башлығы билдәләүенсә, уны дөрөҫ итеп ҡулланырға кәрәк. Бының өсөн дөрөҫ маҡсаттар һәм бурыстар билдәләү мөһим.