Өфөлә 160 лифт яңыртыласаҡ

Өфөнөң Киров районында 160 лифтты яңыртасаҡтар. Был эштәр ағымдағы йылда башҡарыласаҡ. Был хаҡта ҡала хакимиәтенән хәбәр итәләр.

Лифттарҙы алмаштырыу, дөйөм милекте капиталь ремонтлау республика программаһын ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тормошҡа ашырыу планына ярашлы башҡарыласаҡ. Йорттар лифт ҡоролмаһының сафтан сығыу кимәле буйынса һайлана. Өфө ҡала хакимиәте белдереүенсә, лифттың эшмәкәрлеге уңайлы йәшәү шарттарының береһе булып тора.

Уҙған йылда 22 лифт алмаштырыла. 2018 йылда 83 ҡоролма яңыртыла. Киләһе йылға ошо йүнәлештә 116 эш күҙаллана.

Фотография: Интернет