Стәрлетамаҡта ювелир магазинына һөжүм итәләр

Стәрлетамаҡта ювелир магазинына бурҙар һөжүм итә. Ваҡиға урынына Рәсәй гвардияһы хеҙмәткәрҙәре килә. Улар бурҙарҙың береһен ҡулға ала.

Республиканың Рәсәй гвардияһы хәбәр итеүенсә, Хоҙайбирҙин урамында урынлашҡан һатыу нөктәһенә ике бур һөжүм итә. Улар биттәрен медицина маскаһы кейгән була. Быяла өҫтәлде ярып, биҙәүестәр менән биш ҡумтаны алып ҡаса. Магазин хеҙмәткәрҙәре бурҙарҙың береһен ҡулға ала.

Бурҙа урланған биҙәүестәр менән өс ҡумта табыла.39 йәшлек ир быға тиклем дә ошо уҡ енәйәт эше өсөн хөкөм ителгән була. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла.

Фото: Интернет