Башҡортостанда йәшәүсе ир элекке ҡатынынан балаһын урлай

Нефтекамала ир элекке ҡатынынан туғыҙ айлыҡ сабыйын урлай. Әсәһе улын суд аша ҡайтара.

Айырылышҡандан һуң, әсә менән бала икенсе яҡҡа күсеп китә һәм бәйләнешкә сығыуҙан туҡтай. Шунда ир улын урларға тигән ҡарарға килә. Әсә кеше судҡа мөрәжәғәт итә.

22 августта баланы атаһы янында табалар. Тейешле саралар күрелә. Сабый әсәһенә ҡайтарыла.

Фото: proneftekamsk.ru