2020 йылға тиклем Өфөлә почта хеҙмәтенең яңы логистик үҙәге төҙөлөүе мөмкин.

Был турала Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов менән Рәсәй Почтаһы етәксеһе Николай Подгузов араһында үткән осрашыуҙа белдерелде. Әлеге ваҡытта республиканың баш ҡалаһында урынлашҡан үҙәккә көсөргәнешле режимда эшләргә тура килә.

Шуға ла тармаҡты яңыртыу йәки яңы бина төҙөү талап ителә. Бынан тыш осрашыуҙа ауылдарҙа урынлашҡан почта элемтәһе бүлексәләрен төҙөкләндереү, хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡын күтәреү мәсьәләһе лә ҡаралды. Башҡортостан етәксеһе был эштән республиканың ситтә ҡалмаясағын белдерҙе.

Автор: Илдар Байбулатов