Рәсәйҙең иң яҡшы 100 мәктәбенең береһе - Бөрйән районы Иҫке Собханғолда.

90 йыллыҡ тарихы булған белем усағы 2016 йылда яңы бинаға күсә. Хәҙер унда балаларға заманса белем һәм тәрбиә биреү өсөн бөтә уңайлыҡтар бар. Быйыл мәктәп эргәһендәге 120 урынға иҫәпләнгән интернат бинаһы ла яңырыу кисерә.

Башҡортостан Мәғариф министрлығы тарафынан мәктәптең матди-техник базаһын яҡшыртыу маҡсатында былтыр - 8, быйыл 5 миллион һум аҡса бүленә. Был аҡсалар ике сменалы уҡыуҙы берәүгә ҡалдырырға булышлыҡ итә. Мәктәптә медицина, стоматология кабинеттары йыһазландырыла. 238 урынға иҫәпләнгән мәктәп ашханаһы заманса ҡорамалдар менән тәьмин ителә. Уҡытыуҙа заманса алымдар ҡулланыу егет-ҡыҙҙарға Берҙәм дәүләт имтихандарын яҡшы билдәләргә тапшырырға, республика, Рәсәй кимәлендәге олимпиадаларҙа еңеү яуларға ярҙам итә.

Гәрәй Йомағолов, Иҫке Собханғол урта мәктәбе директоры: «Бөгөн мәктәп балаларҙы ҡабул итергә тулыһынса әҙер. Беҙҙең уңыштарыбыҙ күп. Һуңғы йылдарҙа ғына "Иң яҡшы 200 ауыл мәктәбе", "Рәсәйҙең иң яҡшы 100 мәктәбе" кеүек маҡтаулы исемдәр алдыҡ».

Автор: Фәниә Юланова