Томограф бәләһе

Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһында компьютер томографы сафтан сығыуға бәйле урындағы халыҡ күрше Дыуан районы һәм баш ҡала медицина учреждениеларына тикшеренеүҙәргә йөрөргә мәжбүр була. Был интегеүҙәр бер йылға һуҙыла. Хәйер, яңыраҡ ҡиммәтле аппаратҡа ремонт яһала.Томограф былтыр ни өсөн сафтан сыға?!

Компьютер томографы ярҙамында тикшеренеүҙәр үтеүгә ғәҙәттәгесә сират ҙур. Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауханаһында көнөнә тиҫтәгә яҡын кеше ошо кабинет аша үтә. Нияз Исламов дүрт йыл элек муйынына операция үткәргән. Егеткә Ходжкин лимфомаһы диагнозы ҡуйылған була, йәғни ул яман шештән интегә. Шунлыҡтан һаулыҡ һаҡлау учреждениеһында ла йыш тикшерелеп, анализдар тапшырып торорға тура килә.

Медицина учреждениеһында компьютер томографы эшләй башлауға ни бары бер аҙна ғына. Быға тиклем ул эшлектән сығып бер йыл дауамында ҡулланылмай. Ҡиммәтле экспонат кеүек кабинетта буш тора. Уны ремонтлау өсөн оҙаҡ ваҡыт запас частар таба алмайҙар.

Бар бәлә - реконструктор платаһының сафтан сығыуында. Дауахана етәкселеге билдәләүенсә, 2011 йылда уҡ һатып алынған томографты ремонтлау үтә лә ҡатмарлы процесҡа әйләнә. Был моделдың деталдәрен эҙләү еңелдән булмай.

Альберт Нурмөхәмәтов, Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы баш табибы: «Башта аппаратҡа экспертиза яһалды, ниндәй етешһеҙлектәр булыуы асыҡланды. Ҡыҙғанысҡа, бындай томографтар хәҙер сығарылмай, шуға күрә запас частар табыуы ауырға төштө. Деталдәр табылғас, һаулыҡ һаҡлау министрлығына хат яҙҙыҡ, ведомство тарафынан аҡса бүленде, аукцион ойошторолдо. Ниһайәт быйыл компьютер томографияһы тикшеренеүҙәрен яңынан үткәрә башланыҡ».

Томограф эшләмәгәндә халыҡ медицина ярҙамынан ситтә ҡалмай. Дыуан районы Мәсәғүт ауылында урынлашҡан муниципаль-ара медицина үҙәгендә лә компьютер томографияһын үтергә була. Шулай уҡ күптәр табип йүнәлтмәһе буйынса Өфөләге 6-сы клиник дауаханаға ебәрелә. Әлбиттә, Оло Ыҡтамаҡта тикшеренеүҙәрҙең яңыртылыуы урындағы халыҡ өсөн ҙур ҡыуаныс. Йыраҡҡа йөрөргә кәрәкмәй.

Һаулыҡ һаҡлау учреждениеһында йылына дүрт йөҙгә яҡын кеше компьютер томографияһы тикшеренеүҙәрен бушлай үтә, әйткәндәй, төньяҡ-көнсығыш райондар араһында тәүгеләрҙән булып был аппарат тап Оло Ыҡтамаҡта эшләй башлай, уның ярҙамында ошо ваҡыт эсендә меңдәрсә кешегә медицина ярҙамы күрһәтелә. Бигерәк тә яман шеш ауырыуҙарын тәүге стадияларҙа асыҡлау күрһәткесе яҡшыра.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина