Шахтерҙар төйәге

Хәйбулла шахтерҙары һөнәри байрамдарын күтәренке кәйеф менән ҡаршы ала. Сөнки урындағы таусылар быйыл етештереү күләмен арттырып, 278 миллион һум күләмендә саф табыш алырға ниәтләй. Абруйлы шахтер һөнәре хәүефле һәм ҡатмарлы һаналһа ла, яҡшы түләнеүе менән күп кенә ир-аттарҙың иғтибарын йәлеп итә. Шуға ла тиҫтәләрсә йыл эсендә Хәйбулла районында хеҙмәт династиялары ла барлыҡҡа килгән. Улар туплаған тәжрибәһен быуындан-быуынға тапшырып килә. Беҙҙең илдә шахтерҙар көнө тарихы Советтар Союзы осорона барып тоташа. 1935 йылдың 30 авгусында Алексей Стаханов таш күмер сығарыу буйынса рекорд ҡуя. 1947 йылдан алып августың һуңғы йәкшәмбеһендә шахтерҙар көнө рәсми үткәрелә башлай.

"Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты" Хәйбулла районында урынлашҡан иң ҙур сәнәғәт предприятиеларының береһе. 1930 йыл­да руданан алтын айырып алыу фабрикаһынан тамыр ебәргән комбинат, 2004 йылдан Урал тау-металлургия компанияһын тулыландырып, холдинг­тың иң тотороҡло һәм ҡеүәтле ойошмаһына әүерелә. Ул республикала ғына түгел, ил күләмендә продукцияның үҙҡиммәте түбәнлеге, ә концентраты юғары сифатлы булыуы менән айырылып тора.

Автор: Илдар Байбулатов