Башҡортостанда сыр эшләү күләмен арттырыу ҡарала.

"Һөт иле" фестивале сиктәрендә Өфөлә ойошторолған семинар ҙа ошо темаға арналды. Сарала сыр эшләүҙең бөтә нескәлектәрен белгән эксперттар ҡатнаша, тап улар республикала был продукцияны сығарыуҙы арттырыу, тулы линияға һалыу буйынса үҙ кәңәштәрен бирәсәк. Һүҙ әҙер продукцияны һатыу юлдары хаҡында ла бара.

Мәҫәлән, "Беҙҙең балаларҙың сәләмәтлеге" союзы президенты Ольга Панова сырҙы мәктәп ашханаларына индереү кәрәк тигән фекерҙә, белем усаҡтарында туҡланыу сифатлы булырға тейеш. Беҙ һау киләсәк тәрбиәләргә тейешбеҙ, тине ул. Европа технологиялары төркөмө етәксеһе Петр Згожинский сырҙы бешереү буйынса үҙ тәҡдимдәрен индерҙе, продукция тәмле һәм сифатлы булыһын өсөн оҙайлы эшмәкәрлек талап ителә, һыйырҙы ашатыуҙан башлап сыр бешереүҙә юғары технологияларҙы индереүгә тиклем. Семинарҙа ҡатнашыусылар бөгөнгө тәҡдимдәр Башҡортостанда сыр етештереүҙе яңы кимәлгә күтәрәсәк тигән фекерҙә. Сеймал менән проблема булмаясаҡ.

Петр Згожинский, Европа технологиялары төркөмө етәксеһе: «Сифатлы продукция тигәндә беҙ экология яҡтан таҙалыҡты ла күҙ уңында тотабыҙ. Берҙән һөт сифатлы булырға тейеш, икенсенән таҙа итеп һауыу ҙа мөһим. Ҡағиҙә буйынса, яңы һауылған һөттә пастеризациялауға тиклем күҙәнәктәр иҫәбе 100 меңдән кәм булмаҫҡа тейеш, был нормаға етеүе бик ауыр, әммә мөмкинлектәр бар».

Автор: Рәмзиә Кәримова