Өфөлә «Трактор» айлығы үтте

Профилактик сара 16 июлдән 17 августҡа тиклем ойошторолдо. Башҡала биләмәһендә ҡулланылған тракторҙарҙың техник торошо, теркәү тураһындағы, эксплуатация һәм башҡа документтары булыу-булмауы тикшерелде.

Сарала ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ, республиканың Тәбиғәтте ҡулланыу һәм экология министрлығы белгестәре ҡатнаша. Водителдәрҙең тракторсы таныҡлығы, ОСАГО страховкалау полисы булыуына тикшереү үтә.

Операция барышында 277 берәмек техника тикшерелә. 39 трактор эшкә яраҡһыҙ тип таныла. 68 механизатор һәм 31 етәксе административ яуаплылыҡҡа тарттырыла.