Өфөлә һалым түләүселәр өсөн семинар үтә

Башҡалала һалым түләүселәр өсөн семинарҙар үтәсәк. Уларҙы республиканың 1-се Федераль һалым хеҙмәте инспекцияһы ойоштора. Һәр теләгән кеше 30 августта семинарҙа ҡатнаша ала.

Семинар барышында бихисап һорауҙар ҡараласаҡ. Сарала һалым һалыу системаһы тураһында ла белергә мөмкин буласаҡ. Шулай уҡ, һалым түләүселәргә интернет аша дәүләт хеҙмәттәрен алыу мөмкинлеге тураһында мәғлүмәт биреләсәк.

Һалым түләүселәр үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауға яуап та аласаҡ. Семинарҙар 30 августта Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13/1 адресы буйынса үтә.Башлана 15:00 сәғәттә.

Фото: Интернет