Иртәгә республикала ҡояшлы һәм йылы буласаҡ

Иртәгә, 28 августта,Башҡортостанда йылы һауа торошо көтөлә, тип хәбәр итә Башгидрометүҙәк.

Шишәмбе, республика халҡын яуым-төшөмһөҙ һауа торошо көтә. Төбәктә һауа температураһы 25 градусҡаса эҫетәсәк. Төндә +12 градус.

Башҡалала яуым-төшөм көтөлмәй. Һауа температураһы төндә +10, көндөҙ +24 градус.

«Алдағы ике көндә йылы һауа торошо һаҡланасаҡ, яуым-төшөм көтөлмәй», -тип өҫтәнеләр Башгидрометүҙәктән.