Рәсәйҙең Эске Эштәр министрлығы мәғлүмәт биреүселәргә 3 млн һумға тиклем аҡса түләйәсәк

Полиция енәйәт эшен асыуҙа ярҙам күрһәтеүселәргә аҡса түләй башлаясаҡ. Тейешле приказ 27 августта үҙ көсөнә инде. Был сумма 500 мең һумдан 3 миллион һумға тиклем барып етә.

Аҡса алыу өсөн гражданин, енәйәт эшен асыуға һәм енәйәтсене ҡулға алыуға ярҙам күрһәтәсәк мәғлүмәт бирергә тейеш. Бының өсөн мәғлүмәт биреүсегә биш йөҙ мең һумдан өс миллион һумға тиклем аҡса тапшырыласаҡ.

Мәғлүмәт биреүсе аҡсаны ике аҙна дауамында аласаҡ. Түләү бирелмәгән осраҡта, был хаҡта аҙна эсендә хәбәр итәсәктәр.

Фото: Интернет