Саксония менән бәйләнештәр нығый.

Өфөгә Германия Федератив республикаһындағы ирекле дәүләт делегацияһы килде. Саксония Парламенты, йәғни Ландтаг ағзалары бөгөн Республика башлығы Рөстәм Хәмитов, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев менән осрашты.

Саксония менән Башҡортостан араһындағы тауар әйләнеше быйыл 220 миллион долларға еткән, былтырғы йыллыҡ күрһәткескә ҡарағанда ла юғарыраҡ. Экспорт 80 процентҡа артҡан, ә импорт дүрт тапҡырға күтәрелгән. Башҡортостан Германияға нефть продукттары, минераль ашламалар оҙата, ә сит илдән беҙгә транспорт, медицина продукцияһы индерелә. Үткән йыл Республика был дәүләттән 300-ҙән ашыу тоҡомло мал һатып алған. Башҡортостан менән Германия араһындағы дуҫлыҡ күптәнән килә, Өфө менән Галле туғандаш ҡалалар була. Уҡыусылар, студенттар менән алмашыу традицияһы һалына, тине Республика башлығы. Немецтар осрашыуҙа мәғариф, инфраструктура өлкәһендә хеҙмәттәшлекте тағы йәнләндереү, киңәйтеү кәрәклеген белдерҙе. Рөстәм Хәмитов белдереүенсә, геополитик ҡатмарлыҡтар, санкциялар ике яҡ араһындағы бәйлнештәрҙе нығытыуға ҡамасауларға тейеш түгел. Башҡортостан ике яҡ өсөн дә уңышлы, һөҙөмтәле проекттарҙы тормошҡа ашырырға әҙер.

Рөстәм Хәмитов, республика башлығы: «Для нас важно, что всякого рода геополитические сложности не становятся препятствием для укрепления между нами взаимовыгодного сотрудничества. Мы высоко ценим принципиальную позицию Саксонии в этом вопросе, ваш курс на расширение связей с российскими регионами-партнёрами и активное продолжение бизнес-миссий в нашу страну. Конечно, надо укреплять взаимодействие в гуманитарной сфере. Сейчас ведётся подготовка к проведению российско-германского Года научно-образовательных партнёрств. Наука, образование, культура, молодёжная политика, поддержка общественных инициатив - всё это очень важно».

Рөстәм Хәмитов менән осрашыуҙан һуң Саксония делегацияһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа булды. Ҡунаҡтар парламент музейындағы экспонаттар менән танышты, Геральдика залын ҡараны. Ике яҡ араһындағы дипломатик мөнәсәбәттәргә 90-сы йылдар башында уҡ нигеҙ һалынған. Был Саксония Ландтагы ағзаларының Башҡортостанға тәүге генә сәфәре түгел, яҡташтарыбыҙ ҙа сит илдә закондар сығарыу эшмәкәрлеге менән танышып ҡайтҡан. Бөгөн һөйләшеү иҡтисад, мәҙәниәт, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәләрендә хеҙмәттәшлекте нығытыу хаҡында барҙы. Константин Толкачев Башҡортостан Парламентының эшмәкәрлеге менән таныштырҙы, ҡабул ителгән закондар, 9-сы сентябрҙә үтәсәк һайлауҙар хаҡында әйтеп үтте. Саксония делегацияһының республикаға эш сәфәре 1 сентябргә тиклем дауам итә, ҡунаҡтар Өфө, Белорет, Бөрйән райондарында ла буласаҡ.

Константин Толкачев, Дәүләт йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе: «Прежде всего решили более активно действовать в вопросах, связанных с экологической безопасностью, эта тема интересна для всех. Так же нам интересной представляется работа в сфере малого бизнеса. Будем изучать вопрос, касающийся участия нашей республики в Лейпцигской ярмарке. Приглашение поступило».

Себастиан Фридер Фишер, делегация етәксеһе, Саксония Ландтагы комитеты рәйесе: «Господин Хамитов очень хорошо сказал о том, что люди, которые не хотят работать - говорят о санкциях. Есть санкции России, санкции Евросоюза тоже. Для нас очень важно, мы хотим этапировать многие новые контакты между школьниками, студентами, между конечно экономиками. Этот путь для нас самый лучший».

Автор: Рәмзиә Кәримова