Мәсетле районы медицина учреждениеһы

Ошо маҡсатта сентябрҙә бинала ремонт эштәре башланасаҡ. Яңы йылға тиклем поликлиника танымаҫлыҡ булып үҙгәрер, тип көтөлә. Теркәү бүлеге икенсе ҡаттан беренсе ҡатҡа күсереләсәк. Шулай уҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн уңайлы мөхит тыуҙырыу ҡаралған. "Күләмле проектҡа ҡушылыу хеҙмәтләндереү сифатын күпкә арттырасаҡ,"-ти белгестәр. Әленән үк ыңғай үҙгәрештәр бар. Профилактика эше йәнләнгән.

Булат Сәйетов, поликлиника мөдире: «Пациенттар табипҡа алдан яҙылып килә. Теркәү урынында сират юҡ. Карточкалары кабинетҡа йыйыла. Шуға күрә пациенттарға еңелерәк».

Быйыл Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһына "Ауыл табибы" программаһы буйынса ике йәш белгес эшкә урынлаша. Улар "дерматолог" һәм "балалар табибы" вакансиялары буйынса хеҙмәт урындары менән тәьмин ителә. Әлегә поликлиникала гинеколог, күҙ табибы, неврологҡа ихтыяж юғары. Ләйсән Дәүләтбаева 2014 йылда Пермь медицина академияһын тамамлағандан һуң, тыуған яғына ҡайта һәм медицина учреждениеһында терапевт булып эш башлай. Дәүләт программаһы буйынса алған миллион һумға ул торлаҡлы ла була.

Ләйсән Дәүләтбаева, табип-терапевт: «Коллективта йәштәр күп. Бер беребеҙгә һәр ваҡыт ярҙам итәбеҙ. Яңы ҡорамалдарҙа эшләргә лә өйрәнәбеҙ, уҡыуҙарға йөрөйбөҙ».

Автор: Гөлназ Хәйбуллина