Октябрьский халҡы ҡала буйлап йөрөүсе ҡабандар өйөрөнә тап булған.

Социаль селтәрҙәргә һалынған видеояҙманан күренеүенсә, ике өлкән сусҡа һәм уларҙың 18 бәрәсе ҡабаланмай ғына урам аша үтеп эргәләге урман эсенә инеп юғала. Был хәлде ваҡиға шаһиттары кеҫә телефонына төшөрә. Белгестәр ҡырағай хайуандарҙың кешәләргә яҡынлашыуын август миграцияһы менән бәйле тигән фекерҙә. Йәғни, ҡабандар өйөрҙәргә берләшеп ҡышҡы һыуыҡтарға әҙерләнә.