Иглин районында тәүге тапҡыр

Ике тиҫтәгә яҡын гүзәл зат вәкиле туй күлдәгендә һәм бейек үксәле туфлиларҙа дефиле күрһәтеп, төрлө бәйгеләрҙә һынау тотто. Шулай уҡ улар өсөн бейеү буйынса флешмоб һәм профессиональ фотосессия ойошторолдо. Күркәм сарала кейәүҙә булыусылар менән бер рәттән, әлегә тиклем аҡ күлдәк кейеп өлгөрмәүселәр ҙә ҡатнашты.

Ә инде был көндө яҙмыштарын бәйләгән парҙар өсөн "Кәләштәр парады" бай тәҫораттар бүләк итте. Әйтергә кәрәк, быйылғы байрам Иглиндә үткәрелгән "Һау бул йәй" ғаилә тантанаһы менән тап килде. Уның сиктәрендә районда йәшәүсе ике кешегә торлаҡ асҡыстары тапшырылды.

Автор: Илдар Байбулатов