Республикала йәшәүсе ир законһыҙ рәүештә ағас ҡырҡҡаны өсөн яуап бирәсәк

Ҡалтасы районында законһыҙ рәүештә ағас ҡырҡыу осрағы теркәлә. Ғәйепләнеүсе был эште киске ваҡытта башҡара. Зыян күләме 15 000 һум тәшкил итә.

Республиканың Эске Эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ғәйепләнеүсе киске ваҡытта патрулгә тотола. 34 йәшлек ир Шәрип урмансылығында бер нисә ҡайын ағасын йыға. Уны тейәү ваҡытында, ҡулға алына.

Иргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла.

Фото: Интернет