Ырыу биләмәләре

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы ырыу биләмәләренең хоҡуҡтарын закон менән нығытыу яҡлы. Республикала ырыу биләмәләрендә йәшәүселәр ҡорға йыйылды. Улар ауыл хужалығына тәғәйен ерҙәрҙә йәшәй, ҡуртымға алынған ерҙә йорт-ҡаралты төҙөгәндәр.

Йәшәгән ерҙәрендә мәктәптәр һалыу, инфраструктура булдырыу тәҡдимдәре бар. Ауыл хужалығы продукцияһы етештерәләр. Был йәһәттә һалымдан азат итеү, ерҙең кадастр хаҡын түбән хаҡ менән билдәләү һәм башҡа тәҡдим менән сығыш яһайҙар.

Илдар Бикбаев, Дәүләт Думаһы депутаты, дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы ағзаһы: «Белеүемсә, әле Башҡортостанда ете ырыу биләмәһе бар. Мин уларҙа булғаным да бар. Балалар тәрбиәләү, ерҙә йәшәү, экологик яҡтан таҙа продукция етештереү менән шөғөлләнәләр. Уларҙың тәҡдимдәре Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының үҙәк штабына ебәреләсәк, артабан - Дәүләт Думаһына».

Автор: Рәмилә Исмәғилева