Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү идаралығы дәүләт инспекторҙары Затон баҙарында рейд үткәрҙе.

Уның барышында баҡсала үҫтерелгән ҡарбуз, ҡауындың нисек килтерелеүе, һаҡланыуы, сифаты һәм сертификаттар барлығы асыҡланды. Бер үк ваҡытта Башҡортостан ветеринарҙары эшләгән анализдар яҙылған рәсми белешмәләр тикшерелде. Баҡса емештәрен һатыусылар һәм һатып алыусылар тауарҙарҙың сифатлы һәм махсус сертификатлы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Август баҡса емештәренең күпләп өлгөргән ваҡыты. Шуға ла ҡарбуз,ҡауындар менән сауҙа итеүсе сауҙагәрҙәр тауарҙарға ҡағылышлы һәр рәсми документты тәртиптә тоторға һәм сауҙа ҡағиҙәләрен үтәргә тырыша.

Автор: Гүзәл Борханова