Өфөлә оло йәштәге ҡатын еңел автомобиль тәгәрмәстәре аҫтында ҡала

Карпово ауылында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлә. Оло йәштәге ҡатын автомобиль тәгәрмәстәре аҫтында ҡала. Шаһиттар һүҙҙәренсә, насар күреү мөмкинлеге булғанда,ҡатын юл аша сығып барған була.

Хәбәр итеүҙәренсә, ҡатын юл аша сығып барғанда «Lada Priora» автомобиле аҫтында ҡала. Зыян күреүсе ауыр тән йәрәхәттәре ала. Ваҡиға урынына тиҙ ярҙам машинаһы килә.

Ҡатынды ҡотҡара алмайҙар.Әлеге ваҡытта тикшереү эше бара.