Төркиәлә Рәсәй туристары менән автобус аварияға осрай

Бөгөн иртәнсәк, 29 августта, Антальяла Рәсәй туристарын алып китеп барған автобус йөк машинаһы менән бәрелешә. Һөҙөмтәлә, автобус һыу каналына төшөп китә.

Фото №1 - Төркиәлә Рәсәй туристары менән автобус аварияға осрай

Урындағы киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, юл-транспорт ваҡиғаһында 11 рәсәйле, шулай уҡ, водителдәр зыян күрә. Авария ваҡытында, автобуста Рәсәйҙән 25 кеше була. Улар барыһы ла Белек ҡалаһынан аэропортҡа юлланған була

Фото №2 - Төркиәлә Рәсәй туристары менән автобус аварияға осрай

Әлеге ваҡытта ваҡиға сәбәптәре асыҡлана. Зыян күреүселәр дауаханаға оҙатыла.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ