Өфөлә профилактик рейд үтте

Максимовка ауылында йәшәүселәрҙең йорттары тикшерелде.Рейд барышында газ ҡаҙанлыҡтары, электр системалары, мунса мейестәре һәм төтөн сығыу торбалары ҡарала.

Янғын сығыуҙың сәбәптәре булып, ғәҙәттә, ут менән хаҡһыҙ эш итеү, электр ҡоролмаларының төҙөк булмауы тора. Тикшереүселәр белдереүенсә, арзан хаҡҡа профессиональ булмаған кешеләргә мөрәжәт итеү етди етешһеҙлектәргә килтерә. Әгәр ҙә һеҙ күршеләрегеҙҙең янғын хәүефһеҙлеген үтәмәүен күрһәгеҙ, тейешле органдарға мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.