Башҡортостанда янғын иҫкәртеү ҡоролмалары 25 баланың ғүмерен һаҡлап алып

Башҡортостанда ағымдағы йылда 25 баланың ғүмерен янғын иҫкәртеү ҡоролмалары һаҡлап ҡала. Был хаҡта Рөстәм Хәмитов «Ғәҙел Рәсәй» фиркәһе етәксеһе Сергей Миронов менән осрашыу барышында белдерә.

Башҡортостанда йыл башынан алып бала тыуған һәр йортҡа ҡоролмалар урынлаштырыла.Әлеге ваҡытҡа махсус ҡоролмалар менән 43 мең ғаилә тәьмин ителгән. Республика башланғысын «Ғәҙел Рәсәй» етәксеһе юғары баһалай. Сергей Миронов был ысулды илдең башҡа төбәктәрендә ҡулланыу кәрәклеген билдәләне.

Әйтергә кәрәк, ҡоролмаларҙы урынлаштырыу буйынса республика тәжрибәһен Новгород һәм Магадан өлкәләрендә әүҙем ҡулланалар. Мәҫәлән, Новгород өлкәһендә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары йәшәгән йорттарға янғын иҫкәртеү ҡоролмалары ҡуйыла.

Фото: Интернет