Бәләбәйҙә егет банкоматтан аҡса урларға маташа

Бәләбәйҙә 22 йәшлек егет банкоматтан аҡса урларға тырыша.

Прокуратура хәбәр итеүенсә, уҙған йылдың декабрь айында ғәйепләнеүсе банк офисында була. Ул, банк хеҙмәткәре тарафынан ҡарауһыҙ ҡалдырылған асҡысты ала. Төндә егет банкка килә һәм терминалды емерергә маташа. Ул банкоматтың бары тик тышҡы ишектәрен генә аса ала.

Ғәйепләнеүсе терминалды аса алмай һәм ваҡиға урынынан ҡаса. Суд шартлы рәүештә бер йыл да дүрт айға иректән мәхрүм итә.

Фото: Интернет