Эшлекле осрашыу

Башҡортостандың демографияны күтәреү һәм янғын хәүефһеҙлеге буйынса тәжрибәһен бөтә илгә таратыу мөһим. Был турала "Ғәҙел Рәсәй" партияһы фракцияһы рәйесе Сергей Миронов бөгөн Республика башлығы Рөстәм Хәмитов менән осрашыуҙа белдерҙе.

Осрашыуҙа һүҙ ике яҡлы хеҙмәттәшлек, төбәктең социаль-иҡтисади торошо хаҡында барҙы. Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, республикала агросәнәғт комплексы үҫешкән, баҫыуҙарҙан юғары уңыш алыу төбәктең игенгә ихтыяжын тулыһынса ҡаплау мөмкинлеге бирә. Әле тәрән эшкәртеү алымы үҙләштерелә. Сергей Миронов Башҡортостандың демографияны күтәреү алымын, йәғни тәүге сабыйы донъяға килгән ғаиләләргә 300 мең һум күләмендә матди ярҙам биреүҙе юғары баһаланы. Аҙ тәьмин ителгән ишле ғаиләләргә янғын иҫкәртеү ҡоролмалары урынлаштырыуҙа төптән уйланылған аҙым, был программалар тотош илгә таратылырға лайыҡлы, тине фракция рәйесе. Рөстәм Хәмитов янғын иҫкәртеү ҡоролмалары ярҙамында 25 баланың ғүмере ҡотҡарылып ҡалыуын билдәләп үтте. Финанс тотороҡлоҡҡа килгәндә, республика бюджетҡа килем буйынса илдә алдынғылар иҫәбендә.

Рөстәм Хәмитов, Республика башлығы: «У нас хорошо идет с бюджетом, занимаем в этом году второе место в стране. Это за счет того, что наши нефтяные компании работают хорошо. Башнефть хорошо работает, работает горняки неплохо, металлургический комплекс, машиностроение. Одним словом, трудимся, работаем».

Автор: Рәмзиә Кәримова