Стәрлетамаҡта яңы мәктәп

Стәрлетамаҡ ҡалаһында быйыл яңы мәктәп файҙаланыуға тапшырыласаҡ. 1225 урынға иҫәпләнгән белем усағы ҡаланың Көнбайыш биҫтәһендә урынлашҡан. Мәктәп "Башҡортостандың 100 йыллығына - 100 объект" программаһы сиктәрендә төҙөлә. Был маҡсатта федераль һәм республика ҡаҙнаһынан 714 миллион һумдан ашыу сығым бүленгән.

Иркен синыф бүлмәләре заманса стандарттар буйынса йыһазландырыла... Әлегә бында парталар килтерелгән. Киләсәктә был бүлмәләрҙә физика, химия кабинеттары урынлаша, башҡа мәктәптәрҙән айырмаһы - фәндәрҙе төплө өйрәнеү өсөн һуңғы талаптарға яуап биргән лабораториялары була. Балалар информатика буйынса белемен интерактив комплекста камиллаштырасаҡ. Педагогтар уҡытыусылар бүлмәһенән тыш методик эш менән мәғлүмәти үҙәктә шөғөлләнә аласаҡ. Ишектәр ғәҙәттәгенән киңерәк- был физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн уңайлыҡ.

Кирилл Смирнов, биҙәкләү буйынса мастер: «Мәктәпте биҙәкләү эштәре тамамланыу алдында. Объект янғын хәүефһеҙлеге буйынса бөтә талаптарға яуап бирә. Әле төп эш мәктәп яны участкаһында».

Мәктәп янында заманса япмалы (искусствен. трава) футбол, баскетбол, волейбол майҙансыҡтары төҙөлә, шулай уҡ йүгереү өсөн махсус урын ҡаралған.

Ильяс Ҡәйүмов, Башҡортостандың капиталь төҙөлөш идаралығы бүлеге мөдире урынбаҫары: «Ике спорт залы эшләйәсәк, шулай уҡ яҡшы йыһаздар менән тренажер залы, 700 урынлыҡ тамаша залы бар. Объект ваҡытында төҙөлдө».

Стәрлетамаҡ ҡалаһының Көнбайыш биҫтәһе һуңғы йылдарҙа йылдам үҫешә. Бында ике йыл элек 1000 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәп файҙаланыуға тапшырылды. Биҫтәлә шәхси йорттар һәм күп ҡатлы йорттар һалына, йәш ғаиләләр күпләп йәшәй. 1225 урынлыҡ яңы мәктәп бер сменала уҡытыу программаһын да тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәк. 18 мең квадрат метр майҙанды биләгән 4 ҡатлы белем усағына нигеҙе былтыр декабрҙә һалынған.

Автор: Рәмилә Исмәғилева