Миловка төҙөлөш паркы иғәнәселәренә фатир асҡыстары тапшырылды.

Тағы ла йөҙләгән хужа яңы фатирға күсенергә әҙерләнә. Бөгөн Өфөлә банк, бизнес һәм төҙөлөш вәкилдәре ҡатнашлығында яңы ҡанундағы үҙәрештәрҙең ыңған һәм кире яҡтарын ҡараған түңәрәк өҫтәл үтте. Торлаҡ төҙөлөшөндә өлөшләтә иғәнә түләп ҡатнашыу ысыулы үҙен аҡламай. Уға алмашҡа проект финанслау һәм экскроу-иҫәптәр ысулы киләсәк.

Үҙ фатиры балконына балалар майҙансығын Сафина тәүгә күрә. Хәйер, бында уйнап -үҫергә тейеш ине. Әммә төҙөлөштә тотҡарлыҡтар килеп сыға. Миловка паркы торлаҡ төҙөлөшөнән фатир һатып алыусы Саҙрыевтар ғаиләһе бөгөн ниһәйәт, күптән көткән фатир асҡыстарын алды. Хужаларға яңы фатирға күсеү бәхете, төҙөлөштә финанс сәбәптәр тыуыу арҡаһында ике йылға кисектерелеп торған.

Миловка торлаҡ төҙөү паркының унынсы кәсер ике, кәсер өс һанлы йорттарынан толаҡ алыусыларға фатир асҡыстары тапшырылды. Ике йортта бөтәһе 154 фатир. Башҡа иғәнәселәрҙең төҙөлөп бөтмәгән, йәки нигеҙҙәре лә ҡоролмаған йорттары проблемаһын инвестор үҙ иңдәренә алған.

Григорий Невоструев, Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура буйынса Дәүләт комитеты рәйесе: «Котлован йәки фундамент хәлендәге йорттарға килгәндә, унда торлаҡҡа сират тороусыларға инвестор йәштәр биҫтәһендә торлаҡ һатып аласаҡ. Был биҫтә затон йәнәлешендә миловка паркының дауамы буласаҡ».

Инвестор торлаҡ көтөүсе иғәнәселәргә яңы төҙөләсәк йәштәр биҫтәһендә 350 квадрат метр торлаҡ һатып аласаҡ. Миловка торлаҡ паркында ҡалырға теләүселәр 2020 йылға торлаҡ менән тәьмин ителәсәк, әммә йорттарҙың күпселеге киләһе йылда файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Торлаҡ төҙөлөшөнә өлөшләтә иғәнә индереү ысулы үҙен аҡламай. Быны яңы фатир һатып алыусылар ҙа раҫлай, сөнки улар торлаҡты бик оҙаҡ көткән. Быйылғы йылдың 1-cе июленән торлаҡ төҙөлөшө өлкәһендә мөһим үҙгәрештәр ҡабул ителде. Төҙөүселәр проект финанслауға һәм махсус иҫәптәр буйынса эшләүгә күсте.

Ысынында иһә, был үҙгәрештәр һатып алыусылар алданмаһын өсөн эшләнелә. Һатып алыусылар буласаҡ фатирҙары өсөн аҡсаларҙы тура төҙөүсе кампанияға түгел, ә махсус иҫәпкә һала. йорт тулыһынса фаҙаланыуға тапшырылғандан һуң ғына был аҡсалар төҙөүсе иҫәбенә күсерелә. Төҙөүсе эштәрҙе өлөшләтә үҙ сығымдарына һәм банк аҡсаһына башҡарасаҡ. Әммә төҙөүсе иңдәренә һалынған проценттарҙы фатир хаҡына һаласаҡ. Шуға ла эксперттар, торлаҡҡа хаҡ күтәреләсәк, тип фаразлай.

Евгений Постников, күсемһеҙ милек агентлығы директоры: «Ысылап та торлаҡ баҙары әүҙемләшә, беҙҙең клиенттарҙың торлаҡты түбәнерәк хаҡҡа һатып алырға ынтылыуы аңлашыла ла».

Әммә банктар, торлаҡҡа хаҡ артыҡ күтәрелмәҫ тип ышандыра, Төҙөүсе өсөн процент ставкаһы эскроу-иҫәптәргә һалынған аҡса күләмен бәйле буласаҡ, башланғыс этапта ул уртаса 11процент тәшкил итәсәк.

Сергей Доценко, банктың күсемһеҙ милек менән эшләү бүлеге етәксеһе: «Әгәр ҙә махсус иҫәпкә һалынған аҡсалар 100 процент тәшкил итһә,ставка 5 процент буласаҡ, Йөҙ проценттан артҡан осраҡта кредиттың пооцент ставкаһы ла кәмеүгә табан барасаҡ».

Төҙөүсе кампания үҙ бурыстарын үтәмәгәндә, торлаҡты теркәү ҙә кисектерелә.

Айрат Юлсурин, Росреестрҙың участкаларҙы теркәү бүлеге етәксеһе урынбаҫары: «Күсемһеҙ милекте теркәүҙә үҙгәрештәр бар, Уның өсөн нигеҙ булырға тейеш. Граждандар мәнфәғәииәрен һаҡлау фондынан һәм контроль органдарынан иҫкәрмә булған осраҡта һәм төҙөүсе төҙөлөштө ярты йылға һуңлатҡанда, теркәү кисектереләсәк».

Торлаҡ төҙөлөшөндә яңы система 2018-се йылдың 1-cе июленән ғәмәлгә инде. 2019 йылдың июленән эскроу-иҫәп асыу мәжбүри буласаҡ. Өлөшләтә иғәнә индереп килешеүҙәр төҙөү системаһы бөтөрөләсәк.

Автор: Гүзәл Борханова