Мәсетле районында етештерелгән сыр продукцияһы ил баҙарын яулай башлаған.

Әлегә урындағы эшҡыуар Гагик Аветян Мәскәү, Сверловск өлкәләре менән сауҙа бәйләнештәрен нығытҡан. Кооператив ойоштороп, фермер хужалыҡтары менән тығыҙ хеҙмәттәшлектә булыуы ла цех эшмәкәрлеген күпкә еңеләйткән.

Вероника Ғәниева сыр етештереү менән дүртенсе йыл шөғөлләнә. Үҙенең игеҙәк ҡыҙҙары бар, шуға уларҙың сәстәрен үреп ҡулдары өйрәнгән, цехтағы эш процесына еңел ҡарай. "Косичка" сырын тәүгеләрҙән булып әрмәндәр етештерә башлай, милли ризыҡтарын улар чечил тип йөрөтә. Тәмләткес ҡушылмалар һалынмағанға күрә, башлыса диетик туҡланыу өсөн ҡулланыла.

Вероника Ғәниева, цех хеҙмәткәре: «Беҙҙең сыр иң тәмлеһе, сөнки беҙ эшебеҙҙе яратып башҡарабыҙ. Сырҙан тыш, ҡаймаҡ, май эшләйбеҙ».

Итальяндарҙың моцареллаһы, әрмәндәрҙең сулугуниһы, брынза - Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы цехта сырҙың ике тиҫтәгә яҡын төрө етештерелә. Көн һайын эшселәр йөҙ килограммдан ашыу продукция сығара. Һөт район халҡынан, хужалыҡтарҙан йыйыла, кооператив эсендә эшләгәнгә күрә, сеймалға ҡытлыҡ юҡ. Әйткәндәй, был ойошманы Арпик һәм Гагик Аветяндар ғаиләһе етәкләй. Улар 90-сы йылдарҙа Әрмәнстандан Башҡортостанға күсенгән. Һөт йыйыу һәм эшкәртеү менән унынсы йыл шөғөлләнәләр, ваҡытында ауыл ерендә эш башлауға 200 мең һумлыҡ дәүләт ярҙамы ла алғандар.

Гагик Аветян, ауыл хужалығы кооперативы етәксеһе: «Сыр етештереү технологияһын яҡшы белә инек. Башта үҙебеҙ өсөн генә эшләп ҡараныҡ. Артабан бина һәм махсус ҡорамалдар һатып алдыҡ. Яйлап продукция сығарыу күләмдәрен дә арттырабыҙ».

Мәсетле сыры башлыса Өфө һәм Екатеринбург ҡалаларына оҙатыла. Мәскәү өлкәһенән дә заказдар бар. Эшҡыуарҙар цех янында бәләкәй генә сауҙа нөктәһе лә төҙөй башлаған. Киләсәктә йүнселдәр яңы ҡорамалдар һатып алып, продукция ассортиментын тағы ла байытырға ниәтләй. Ҡаты сырҙар етештереү линияһы асылғанда кәштәләргә голланд сыры, әрмәндәрҙең лориһы ла ҡуйыласаҡ. Йомшаҡ сырға бигүк һорау юҡ, шуға ла преслау ҡорамалдары һатып алынғанда - етештереүсәнлек һәм ихтыяж күпкә артыр тип көтөлә. Әлегә ауыл хужалығы кооперативы етәксеһе Гагик Аветян цехтың материаль-техник базаһын нығытыуға тармаҡ министрлығына грант алыуға ғариза биргән. Бинаны яңы линия менән йыһазландырыу яҡынса 47 миллион һумға төшәсәк, был сумманың ҡырҡ процентын ауыл эшсәндәре үҙҙәре ҡапларға йыйына. Маҡсат изге - республиканың төньяҡ-көнсығышында бәләкәй эшҡыуарлыҡты, ауыл хужалығын үҫтереү.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина