Башҡортостанда автомобиль йылғаға төшөп китә: водитель һәләк була

Иглин районында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлә. Водитель автомобиль менән идара итеү һәләтен юғалта. Һөҙөмтәлә, сит ил машинаһы йылғаға төшөп китә.

Хәбәр итеүҙәренсә, Volkswagen Polo автомобиле руле артында 58 йәшлек ир ултыра. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ир руль менән идара итеү һәләтен юғалта. Ошо сәбәпле, ул күпер рәшәткәһенә барып төкөй, унан һуң, йылғаға төшөп китә.

Автомобиль салонында водителдең 32 йәшлек улы һәм 11 йәшлек ейәне була. Улар, тән йәрәхәттәре менән, дауаханаға оҙатыла. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.