Республикала әсәлек капиталына һатып алынған йорттарға балаларҙы теркәмәгәндәр

Башҡортостанда Октябрьск ҡалаһы прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре граждандарҙың нисек итеп әсәлек капиталын ҡулланыуҙарын тикшерә. Асыҡланыуынса, әсәлек капиталын йорт һатып алыуға йүнәлткән 32 кеше үҙ балаларын фатирға теркәмәгән.

55 балиғ булмаған баланың хоҡуҡтарын яҡлау маҡсатында, прокурор ата-әсәләрҙән фатирҙарҙы дөйөм мөлкәткә индерергә бойора. Бындай сараны ҡулланыу, киләсәктә мөлкәт менән законһыҙ килешеүҙәр булдырмауға йүнәлтелә. Юғиһә, балалар йортһоҙ, тышта, тороп ҡалыуҙары ихтимал.

Суд бындай сараға ыңғай ҡарар сығара. Әле туғыҙ баланың хоҡуғы теркәлә. Суд ҡарары үтәлешен прокуратура үҙ контроленә алған.

Фото: Интернет