Йәш быуынды хәстәрләп.

Башҡортостандың бер быуатлыҡ юбилейына - 100 объект. Проект сиктәрендә республиканың төрлө төбәктәрендә заманса балалар баҡсаһы, мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау учреждениелары сафҡа инә. Социаль торлаҡ, күперҙәр төҙөлә. Был исемлеккә Саҡмағош районының Йомаш ауылы балалар баҡсаһы ла ингән. Проектҡа ярашлы, 2019 йылда 95 балаға иҫәпләнгән өр-яңы мәктәпкәсә учреждение сафҡа инәсәк.

Йомаш ауылы балалар баҡсаһында бер төркөм йоҡлағанда, икенселәр уйнай бирә. Социаль объект 25 балаға иҫәпләнһә лә, бәләкәй бина уларҙың дүрт тиҫтәһен һыйындырған. Тәрбиәселәр әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа балалар баҡсаһына сират ҙур. Йомаш биләмәһенә ҡараған туғыҙ ауылда бөгөн биш йәшкәсә 130 бала иҫәпләнә.

Гөлнур Сәлихова, өлкән тәрбиәсе: «Урындар етмәй инде. Ашаған, уйнаған бүлмәләрҙә үк бейеү, йыр буйынса түңәрәктәр алып барабыҙ. Тығыҙ булһа ла, тейешле тәрбиә бирергә тырышабыҙ».

2000-се йылдарҙа төҙөлгән балалар баҡсаһында ҡышҡыһын һыуыҡ, стеналаларҙан ел өрә. Хәлиҙә Ҡадирова өсөнсө ҡыҙы Аринаға быйыл да йылы кейемдәр алып ҡуйған. Ғаиләлә ата-әсәй ҙә эшләгәс, баланы балалар баҡсаһында ҡалдырыуҙан башҡа сара юҡ, ти Хәлиҙә ханым.

Хәлиҙә Ҡадирова, өс бала әсәһе: «Барыһы ла яҡшы ул. Тәрбиәселәр яҡшы ҡарай. Ҡыҙым балалар менән аралашып, дуҫлашып, төрлө түңәрәктәргә йөрөй. Тик һыуыҡлығы ғына, яңы балалар баҡсаһы төҙөлөүен түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ».

Йәш ата-әсәләрҙең теләктәре тиҙҙән тормошҡа ашасаҡ. Йомаш ауылында республиканың йөҙ йыллығына- йөҙ объект проекты сиктәрендә балалар баҡсаһы сафҡа инә.

Айгөл Ханнанова, Йомаш ауыл биләмәһе хакимиәте белгесе: «Әле беренсе ҡатта эштәр тамамланып бара. Икенсе ҡатҡа кирбес һала башланылар. Эшселәр иртәнге һигеҙҙән кискә тиклем, ялһыҙ эшләйҙәр».

95 урынға иҫәпләнгән ике ҡатлы бинаға күрше ауылдарҙан да малай-ҡыҙҙар ҡабул ителеүе күҙаллана. Шулай уҡ йәш ярымғаса 15 бала өсөн бер төркөм эшләйәсәк. План буйынса, был урында йоҡо бүлмәһе, ә икенсе яҡта бәләкәстәр өсөн уйын залы буласаҡ. Ә йылы көндәрҙә Малай-ҡыҙҙар тышҡа сығып, майҙансыҡта шөғөлләнә ала. Ошонда уҡ беседкалар төҙөләсәк, ғаилә менән лә ял итеү мөмкинлеге буласаҡ.

Яңы социаль объекттың сафҡа инеүе ауыл халҡын өҫтәмә эш урындары менән тәьмин итәсәк. Иҫке балалар баҡсаһында 6 хеҙмәткәр эшләһә, яңыһына тағы ла тиҫтәнән ашыу белгес талап ителә.

Азат Басиров, Саҡмағош районы хакимиәте башлығы урынбаҫары: «Республиканан 81 миллион һум аҡса бүленде. Бик кәрәкле ине. Йәштәргә эш бар, балаларына ла өр-яңы баҡса».

Проектҡа ярашлы, социаль объектта эштәр 2019 йылдың октябрендә тамамлана. Әммә төҙөүселәр балалар баҡсаһын ваҡытынан алда тапшырырыға иҫәп тота. Сөнки тирә-яҡ ауылдарҙан яңы, йылы бинаға йөрөргә теләүсе бәләкәстәр арта ғына.

Автор: Фәниә Юланова