Сикләнмәгән мөмкинлектәр

Бөгөн Өфө мәшғүллек үҙәгендә мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға вакансиялар йәрминкәһе үтте. Уларға ярты меңгә яҡын хеҙмәт урыны тәҡдим ителде. Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, администратор, менеджер, һаҡсы кеүек һөнәрҙәр ихтыяж менән ҡулланыла. Эш тәҡдим итеүсе компания вәкилдәре урында уҡ инвалидтарға ҡыҫҡа консультациялар ойошторҙо, резюме тултырыуҙа ярҙам итте. Әйткәндәй, йыл башынан мәшғүллек үҙәгенә 647 мөмкинлеге сикләнгән кеше мөрәжәғәт иткән. Уларҙың яҡынса 90 проценты хеҙмәт урындары менән тәьмин ителгән.

Гөлсибәр Батраева, Өфөнөң мәшғүллек үҙәге инспекторы: «30 эш биреүсе саҡырылды. 400-гә яҡын вакансия урыны тәҡдим ителә. Урам һепереүсе, диспетчер, тәрбиәселәр талап ителә. Шулай уҡ юристар консультацияһын алырға була».

Башҡортостанда инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу буйынса пилот проекты тормошҡа ашырыла. Уның сиктәрендә әлегә 50 кеше предприятиеларҙа башта стажировка үтеп, артабан хеҙмәт урындары менән тәьмин ителгән. Баш ҡаланан Илгиз Фазләхмәтовтың ишетеү һәләте насар. "Быға тиклем төҙөлөш өлкәһендә эшләгән ир вакансиялар йәрминкәһенә килеп, отолманым,"- ти.

Илгиз Фазләхмәтов, Өфөлә йәшәүсе: «Ике вакансия буйынса иртәгә барып эш биреүсе менән һөйләшәм. Өйҙә ултырғы килмәй, эшкә сыҡҡы килә».

Автор: Гөлназ Хәйбуллина