Ҡариҙел районы Яңы Муллаҡай ауылынан Александр Башкирцев вездеход уйлап сығарған

Өс тәгәрмәсле техниканы ул "Урал" мотоциклы нигеҙендә бер йыл эсендә ҡора. Башҡорт Кулибины әле мини-трактор йыйыу менән дә шөғөлләнә.

"Урал" мотоциклын танырлыҡ та түгел. Йөк машинаһы тәгәрмәстәре ярҙамында ул хәҙер күпкә бейегерәк, ҡеүәтлерәк. Яңы техника ҡорғанда Александр Башкирцев пассажирҙар уңайлығын да ҡайғырта. Ҡариҙел районы Яңы Муллаҡай ауылы тау итәгендә урынлашҡан, тирә-яҡта урман. Шуға бесән, утын артынан йөрөргә вездеход кәрәк була. Ир ҡорос атты үҙе йыйып, финанс яҡтан да ота.

Александр Башкирцев, Яңы Муллаҡай ауылында йәшәүсе: «Урманға йыш йөрөргә тура килә. Ямғырҙан һуң батҡаҡ урындарҙы был техникала үтеүе еңел. Ҡышҡыһын да ауыл янындағы йылғаға балыҡ ҡармаҡларға вездеходта еләм. Ҡар өйөмө илле сантиметрҙан бейегерәк булһа ғына тәгәрмәстәр ауыр әйләнә».

Башкирцевтар ғаиләһе ауыл тирәләй сәйәхәт итергә ярата. Тәбиғәт ҡосағында бергәләп ял итәләр. Быйыл улар вездеходҡа ултырып еләккә лә, бәшмәккә лә йөрөгән. Әйткәндәй, ҡорос атын Александр үҙе йәшел төҫкә биҙәгән. Баҡтиһәң, ул һунарсылыҡты ла үҙ итә. Шулай ҙа алтын ҡулдарҙа башлыса ҡармаҡ. Балыҡ артынан ир йөҙҙәрсә саҡрым арауыҡ үтергә риза. Иң яратҡан шөғөлө. Бәхетенә, вездеходы бар. Техника сәғәтенә 45 километр тиҙлек йыя ала. Һыуҙа ла батмай. Ике яр араһын йөҙөп тигәндәй сыға. Әйҙәгеҙ, тикшереп ҡарайыҡ. Ағым көслө түгел, хәүефләнергә кәрәкмәй. Йылғаның кисеү урындарын еңел үтәбеҙ. Шулай ҙа быға тиклем Александр үҙе менән бында пассажирҙар алып төшөргә батырсылыҡ итмәгән. Тәүгеләрҙән булып техниканы ныҡлыҡҡа беҙҙең ижади төркөм һынап ҡараны. Вездеход яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Катерҙа йөҙгән кеүек, артҡы тәгәрмәстәр бәләкәй тулҡындар хасил итә. Алғыһы хәрәкәтһеҙ. Иң мөһиме - идара итеүгә еңел. Ҡариҙел Кулибины техникаһын тағы ла камиллаштырып, көпләүле кузовлы итеп эшләргә йыйына. Идеялары күп, уларҙы тормошҡа ашырыуҙа ғаиләһе ярҙам итә. Ихата алдары тимер-томор булыуға аптырайһы түгел.

"Ока" автомобиленең двигателе хәҙер мини-тракторҙың йөрәге. Александр Башкирцев үҙенә яратҡан шөғөл табып, улдарын да механик һөнәренә өйрәтә башлаған. Ир яңы техника ҡорғанда запас частарҙы интернет аша һатып ала, иҫке машиналарҙың деталдәрен иретеп йәбештереп кәрәкле формаға килтерә. Ғаилә башлығына ҡатыны ла төп терәк.

Светлана Башкирцева, Александр Башкирцевтың ҡатыны: «Двигатель йыуырға ярҙам итәм, бар яңы идеяларын да хуплайым. Карбюратор, стартер нимә икәнен яҡшы беләм. Аш-һыу бүлмәһенә ҡарағанда техника яҡыныраҡ. Берҙәм эш ырамлы бара».

Башкирцевтар ғаиләһенең үҙҙәренең пилорамалары ла бар. Был ҡоролманы ла ир үҙе йыя. Һөнәре буйынса балта оҫтаһы төҙөлөш эштәренә сит кешеләрҙе йәлеп итмәй. Үҙ яйы менән донъя көтә.

Вячеслав Кальсин, Муллаҡай ауыл биләмәһе башлығы: «Беҙҙең ауылда Кулибин барлығына шатбыҙ. Тырыш ғаилә».

Александр Башкирцев финанс мөмкинлектәр булғанда, тағы ла ҡеүәтлерәк техника ҡорор ине. Әлегә деталдәр, запас частарҙа экономияларға тура килә. Шулай ҙа ир борсолмай, иң мөһиме яңы техника хужалыҡ өсөн файҙалы.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина