Өфөлә яңы уҡыу йылына йәйәүлеләр юлын төҙөкләндерәсәктәр

Нуғай ауылында Хәсәнов бульвары төҙөкләндерелә. Яңы мәктәпкә уҡыусылар яңы юлдан барасаҡ. Мәктәп менән балалар баҡсаһы араһындағы урам яңы төҫ ала.

Тиҙҙән Нуғай ауылында яңы белем биреү учреждениеһы сафҡа инәсәк. Тҙөлөш эштәре тамамланыу алдында. Мәктәпкә балалар, йәйәүлеләр өсөн һалынған яңы юлдан йөрөйәсәк. Әле юлсылар тротуарҙарға асфальт һала. Бер тротуарҙың оҙонлоғо – 600 м.

Асфальт 3 мең кв.м майҙанға һалынасаҡ. Аллеяла эскәмйәләр, сүп-сар һауыттары урынлаштырыласаҡ, шулай уҡ, ағас үҫентеләре ултыртыласаҡ. Балалар баҡсаһы янында, Хәсәнов бульварында, кескәйҙәр өсөн майҙансыҡ та төҙөләсәк.