Өфөлә, авария сәбәпле, кире әйләнеп ҡайтҡан самолет экипажы дәүләт наградаларына эйә булды

Ту-204 самолеты экипажы Башҡортостандың дәүләт наградаларына эйә булды. Тейешле указға Төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйҙы.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Red Wings авиакомпанияһының Ту-204 самолеты Өфөнән Сочиға оса. Тик, самолет двигателе янып китеү сәбәпле, ул кире Өфөгә әйләнеп ҡайта. Экипаждың ваҡытында дөрөҫ эш итеүе 200 пассажирҙың ғүмерен һаҡлап алып ҡала. , Red Wings авиакомпанияһының Ту-204 самолеты Өфөнән Сочиға оса. Тик, самолет двигателе янып китеү сәбәпле, ул кире Өфөгә әйләнеп ҡайта. Экипаждың ваҡытында дөрөҫ эш итеүе 200 пассажирҙың ғүмерен һаҡлап алып ҡала.

Ваҡиғала зыян күреүселәр юҡ. Кеше ғүмерен һаҡлап алыу ҡалыуҙа батырлыҡ күрһәткәндәре өсөн экипаж ағзалары дәүләт наградаларына эйә булды.

Салауат Юлаев Ордены Юрий Хорьговскийға, Владимир Павленкоға һәм Сергей Лакидаға тапшырыла. Башҡортостан Республикаһының Почет Грамотаһы менән Ларита Мурадова, Евгения Егошина, Пётр Михайлов һәм Руслан Тимербаев бүләкләнә.