Өфөлә йәштәр һәм йәш балалы әсәләр өсөн вакансиялар йәрминкәһе ойошторола

Башҡалала Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге тарафынан хеҙмәт урындары йәрминкәһе ойошторола. Сара йәштәр һәм йәш балалы әсәләр өсөн тәғәйенләнә.

Хәбәр итеүҙәренсә, йәрминкәлә төрлә эш урындары тәҡдим ителәсәк. Мәҫәлән: тәрбиәсе, инженер, белгес, кондуктор, курьер,менеджер, официант, ашнаҡсы, һатыусы.

Бынан тыш, сарала ҡатнашыусыларға белгестәр кәңәше тәҡдим ителә. Йәрминкә 6 сентябрҙә Ибраһимов бульвары, 47/1 адресы буйынса иртәнге ундан ун икегә тиклем ойошторола.

Фото: Интернет