Республикала аҙна эсендә 216 кеше талпандан зыян күрә

Көҙ етеүгә ҡарамаҫтан, талпандарҙың әүҙемлеге тамамланмай. Һуңғы аҙнала ғына 216 кеше талпан эләктерә. Был хаҡта республиканың Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәте хәбәр итә.

Хәбәр итеүҙәренсә, талпандарҙың әүҙем ваҡыты май айына тура килә. Ул осорҙа белгестәргә аҙнаһына меңгә яҡын кеше мөрәжәғәт итә. Зарарланыу осрағы теркәлмәй. Билдәләп үтергә кәрәк, медицина учреждениелары барлығы 9 370 кеше мөрәжәғәт итә. Уҙған йылда был һан 10 631 кешене тәшкил итә.

Урында йәшәүселәрҙе привика яһатырға саҡыралар. Урманға барғанда, ябыҡ кейемдәр кейергә кәңәш итәләр. Шулай уҡ, аэрозоль препараттар ҡулланырға мөмкин.

Фото: Интернет