Башҡортостанда бурыслыға социаль селтәрҙәр аша янаған коллекторҙар яуап тотасаҡ

Башҡортостанда бурыслыға һәм уның туғандарына коллекторҙар янай. Янау менән хәбәрҙәр социаль селтәрҙәрҙә ебәрелә. Ҡатын, ярҙам һорап, суд приставтарына мөрәжәғәт итә.

Республикала йәшәгән ҡатын, дәлил итеп, яҙышыуҙың күсермәһен күрһәтә. Әммә компания хеҙмәткәрҙәре был ваҡиғаға үҙ ҡыҫылыштары барлығын инҡар итә. Тикшереү барышында асыҡланыуынса, аккаунттар ойошманың ip-адресы аша ингән була.

Суд компанияның ғәйебен таный һәм 20 мең һум күләмендә штраф һала. Ойошма вәкилдәре был ҡарар менән ризалашмай һәм суд ҡарарына ялыу бирә. Республиканың юғары суды беренсе инстанция судының ҡарарын үҙ көсөндә ҡалдыра.

Фото: Интернет