Кэшбери пирамидамы?

Башҡортостанда яңы төр финанс компания эшләй башлаған. "Кэшбери" яуаплылығы сикләнгән ойошмаһы юғары проценттар вәғәҙә итә. Ойошма микрозаймдар, кредиттар биреү менән дә шөғөлләнә. Сираттағы пирамидамы, әллә ниһайәт, байырбыҙмы? Был турала беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Депозиттан йылына 326 процент килем! Һин аҡса өсөн эшләмәһең, аҡса һинең өсөн эшләй. Төшкә лә инмәҫлек. Тир түкмәй генә генә байыу. Был хыял кешелекте бер ҡасан да ташламаҫ, моғайын.Тап шуға ла ошондай хеҙмәт күрһәтеүсе ойошмалар барлыҡҡа килә, һәм уларҙың сираттағыһы – кэшбери.

Триллиондар кемде ҡыҙыҡтырмаһын. Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, холдингтың офистары Рәсәйҙән тыш Ҡаҙағстан, Украина, Белоруссия, Ҡырғыҙсатн, Англия, Төркиә һәм башҡа илдәрҙә бар. Беҙҙең баш ҡалала ла кэшбериҙың нимә икәнлеген аңлатыусылар һәм унда инергә саҡырыусылар бар. Әлбиттә, оло йәштәге ханым телевидение аша үҙенең йөҙөн күрһәтеүҙе кәрәк тапманы. Шулай ҙа яңы финанс ойошма ярҙамында аҡса табыу юлдарын һөйләне. Ханым үҙе 30 мең һум һалып уны ҡыҫҡа ваҡыт эсендә 700 мең һумға тиклем артыуын аңлатты. Уның әйтеүенсә, аҡса көн һайын "тама". Ә компанияға инеү өсөн ҡайҙалыр йөрөү ҙә кәрәкмәй. Бөтә процедураны Интернет аша эшләргә мөмкин.

Кемдең алданғыһы килһен? Ә финанс ойошмаларына аҡса һалып отолоусылар күп булды. "МММ", "Өфө кредит", "Древпром" - бөтәһе лә халыҡҡа юғары проценттар вәғәҙә итте. Кемдер алды уны, ә кемдер ярыҡ ялғаш янында ҡалды. Наҙанлыҡмы – нәфсеме? Хәләл һумдарҙан ҡолаҡ ҡаҡмаҫ өсөн ябай ғына ҡағиҙәләрҙе белергә кәрәк.

Аҡсаны ҡайҙалыр итеп һалыр алдынан иң тәүҙә ул ойошманың финанс баҙарындағы легаль эшмәкрлеген тикшереү мотлаҡ. Законлы эшләүсе компаниялар бөтәһе лә үҙәк банктың реестрына индерелгән. Ул исемлек интернет селтәрендәге сайтта бар. Һәр кеше асып ҡарай ала.

Сайтта кэшбериҙы эҙләйбеҙ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы ул табылмай. Һәм.. офисы ла.. Ә мәғлүмәт буйынса тиндәрҙән һумдар эшләүсе холдингтың Өфөлә биш офисы булырға тейеш. Береһе Коммунистик урамында. Тик әлегә "ҡыҙыл линия"ла ул юҡ. Тоҡсайлап аҡса вәғәҙә итеүсе компания вәкилдәре Өфөлә халыҡ менән осрашыу ҙа үткәргән. Шоу ойоштороу. Был пирамида билдәләре ти, милли банк хеҙмәткәрҙәре. Шулай уҡ юғары проценттар. Бер генә банк та депозиттар өсөн хаҡты ете проценттан ашыу бирә алмай. Ә башҡаларға кредит биреү өсөн компанияның лицензияһы булыу мотлаҡ.

Граждандар һалған депозиттарға түләнгән йыллыҡ процент уртаса 7-9% булһа, был нормаль күренеш. Ә был ойошмалар 40%, 50%, 100% вәғәҙә итәләр. Башҡа кешенән генә аҡса йыйып, ҡалғакндарға процент түләү – ул ысынлап та пирамида. “Аҫта” кеше күп, ә табышты “өҫтәгеләр” генә ала.

Радмир Ғәниев, Башҡортостан буйынса милли банк идарасыһы урынбаҫары

Тарихтан күренеүенсә, һәр пирамиданың үҫеш йылдары алдан билдәләнә. Уларҙың күбеһе өс йылдан артыҡ эшләмәй. Кэшбериҙың Өфөлә бер йыл тирәһе үҫә башлауы билдәле. Быйыл ғына алты ай эсендә Рәсәйҙә пирамида системаһында эшләүсе 82 ойошма барлығы асыҡланған. Иҡтисадсылар билдәләүенсә, проценттар юғары булған һайын, хәүеф тә шул тиклем булырға тейеш, сөнки, Пушкиндың алтын балыҡ тураһындағы әкиәте һәр заманда ла көнүҙәк булып ҡала.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.