Башҡортостандың йөҙ йыллығына төбәктә күләмле проекттар ғәмәлғә аша

Республиканың баш ҡалаһында паралимпия үҙәгендә төҙөү эштәре ҡайнай. Көтөп алынған спорт майҙаны 2019 йылда асыласаҡ. Яңы үҙәктә Халыҡ-ара балалар уйындарын үткәреү планташтырылған.

Бейек түшәмдәрҙән ябалаҡлап аҡ ҡар яуа төҫлө, әммә был тауышты кәметеүсе махсус ҡағыҙҙар. Яңы үҙәктең эсендә өс йөҙләп кеше хәрәкәт итһә лә - заман технологияһы шау-шыуҙы күпкә кәметәсәк.

Әлегә тауыштар көслө булыуы, зштәрҙең ҡайнап тороуон иҫбатлай. Бассейндың бер өлөшө йыл аҙағына тиклем төҙөлөп бөтәсәк. йәйге Халыҡ-ара балалар уйындарына тиклем ул тулыһынса сафҡа инәсәк.

Бында юғары сифатлы ҡоролмалар, бассейнды тутыҡмай торған тимерҙән төҙөйбеҙ. Ремонтты һыуҙы түкмәйенсә эшләй аласаҡбыҙ. Бик уңайлы һәм сифатлы үҙәк асылыуы күҙаллана.

Илгиз Бәхтиәров, төҙөлөш компанияһы директоры урынбаҫары

Рөстәм Хәмитов ҡушыуы буйынса юбилей объекттары өсөн хөкүмәт ағзаларына шәхси яуаплылыҡ йөкмәтелгән. Паралимпия үҙәген Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев тикшереп тора. Спорт майҙанында аҙна һайын оператив йыйылыштар үтә.

Объектта ҙур булмаған тотҡарлыҡтар бар ине, әммә төҙөлөш ойошмаһы өҫтәмә көстәр йәлеп итте... Шуға ла графиктан тайпылыу юҡ. ҡорамалдар ваҡытында килтерелеп тора. Пландарҙы ла, графикты ла үҙем контроль аҫтында тотам.

Марат Мәһәҙиев, Башҡортостан хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары

Төҙөлөш бинаһының икенсе өлөшө лә бар. Бында паралимпиада үҙәгенең йүгерөү, теннис, атыш майҙандары буласаҡ. Шулай уҡ, Башҡортостандың йөҙ йыллығына Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә шорт-трек үҙәге төҙөлә башланы.

Бөгөн эштәр беренсе корпуста алып барыла. Төҙөлөш ойошмаһының төп маҡсаты - ҡар яуғансы фасадты көпләп ҡуйып йылытыу системаһын көйләй башлау.

Артем Ковшов, Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары

Корпустың икенсе өлөшө 2020 йылда сафҡа индереләсәк. Унда спортзалы, бассейн асылыуы күҙалланған. Ғөмүмән, Башҡортостандың юбилейына төбәктә 18 спорт объекты ишектәрен асырға әҙерләнә.

Автор: Флорида Ким.