Август кәңәшмәһе

Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова Күмертау уҡытыусыларының август кәңәшмәһендә ҡатнашты.

Лилиә Ғүмәрова кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы мәғариф өлкәһендә әҙерләнгән федераль милли проект менән таныштырҙы. Ул туғыҙ бүлектән тора һәм заман мәктәбе эшмәкәрлегенең бөтә йүнәлештәрен үҙ эсенә ала. Сенатор әйтеүенсә, яңы проект тормоштоң барлыҡ өлкәләрен яңыртыуға йүнәлтелгән.

Современное образование, безусловно, должно отвечать вызовам времени. В этом году впервые на факультативной основе будут вводиться предметы по кибербезопасности, финансовой грамотности.

Лилиә Ғүмәрова, Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары

Автор: Айнур Кәбиров.