Өфөнөң 115-се гимназияһы киләһе йылдан төҙөкләндерелә башлаясаҡ

Ошо хаҡта бөгөн төбәк етәксеһе белдерҙе. Белем көнөн Башҡортостан башлығы үҙенең тыуған мәктәбендә ҡаршы алды. Рөстәм Хәмитов Өфөнөң 115-се гимназияһында уҡыған һәм уны 1971-се йылда тамамлаған. Белем усағында республика вуздары менән хеҙмәттәшлек итәләр, балаларға профилле белем бирелә, яңы уҡытыу алымдары ҡулланыла. Кадрҙар үҙәге булған гимназияны модернизациялау талап ителә, тип билдәләнде байрамда.

Тәүге ҡыңғырау тауышы бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Өфөнөң 115-се гимназияһында ул ярты быуаттан ашыу балаларҙы белем үрҙәренә әйҙәй. Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов өсөн ул тап ошо мәктәптә сыңлаған. 1 сентябрҙә республика етәксеһе туған мәктәбе уҡыусыларын, педагогтарҙы һәм ата-әсәләрҙе белем көнө менән ҡотланы.

Артабан уҡыусылар өсөн класс сәғәттәре ойошторолдо. 11-се синыфтарға уны Рөстәм Хәмитов үҙе үткәрҙе. Дәрес сығарылыш синыфы уҡыусыларының артабан ниндәй йүнәлештә белем аласаҡтары тураһында барҙы. Рөстәм Хәмитов йәштәрҙең киләсәктә төбәк өсөн кәрәкле һәм лайыҡлы шәхес булыуҙарына ышаныс белдерҙе. Артабан ул мәктәп советы менән әңгәмәләште.

Белем көнө киләсәккә маҡсаттар билдәләү ваҡыты. Республика етәксеһе 115-се гимназияла киләһе йылда ремонт башланасағы тураһында белдерҙе. Был маҡсатҡа 500 миллион һум аҡса бүленәсәк. Сөнки мәғариф учреждениеһы иҫкергән, заманса белем биреү стандарттарына ярашлы яңыртыуҙы талап итә. Белем усағы өс йылдан яңы төҫ алырға тейеш, тине төбәк башлығы.

Уҡытыу программаһына килгәндә ул йылдан -йыл модернизациялана. Был йәһәттә лә үҙгәрештәр бар. Балалар ике сит телен өйрәнә ала, 115-се гимназияла мәҫәлән, ҡытай теле уҡытыла.

Быйылғы уҡыу йылында балаларҙы яңы дәрестәр көтә. Башланғыс синыфтар өсөн сатраш уйыны дәресен индерәбеҙ. Уртансы мәктәп өсөн икенсе сит тел һәм астрономия дәрестәре башлана. 10-11 синыфтар өсөн берҙәм дәүләт имтиханында үҙгәрештәр бар: рус теленән имтихан тапшырғанда улар уҡытыусы менән һөйләшергә тейеш

Гөлназ Шафиҡова, Башҡортостандың мәғариф министры

Белем усағы Өфө дәүләт нефть техник университетының база мәктәбе булып тора. Гимназияла уҡытыу профилле йүнәлештәр буйынса алып барыла. Шулай уҡ Башҡорт дәүләт медицина университеты менән тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырылған. Быйыл беренсе тапҡыр бизнес синыфы асылған.

Яңы уҡыу йылы -яңы баҫҡыс. Мин Өфө дәүләт нефть техник университетында уҡырға инергә әҙерләнәм. Физиканы төплө үҙләштерәм. Берҙәм дәүләт имтиханын уңышлы биреү өсөн хәҙер үк ныҡлы тырышып уҡырға кәрәк.

Роберт Бәхтигәрәев, Өфөнөң 115-се гимназияһы уҡыусыһы

Суфия Рәхмәтуллина: Үҙебеҙ ошо райондан булмаһаҡ та, ейәнсәремде был мәктәпкә килтерҙем. Бында төплөрәк белем бирерҙәр тип ышанам.

Әле гимназияла 1200 бала уҡый. Норманан 2 тапҡырға артыҡ. Төҙөкләндерелгән мәктәптә белем алыу өсөн бөтә шарттар булыдырыу, талантлы балалар өсөн мәғариф үҙәге асыу күҙ уңында тотола. Үҙәктә башҡа мәктәп балалары ла шөғөлләнә аласаҡ, дәрестәрҙе юғары уҡыу йорттары педагогтары алып барасаҡ.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.