Бөгөн Башҡортостан йәмәғәтселеге билдәле яҙыусы Сабир Шәриповты һуңғы юлға оҙатты

Яҙыусы, тәржемәсе, журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сабир Шәриповтың исеме төрки телле халыҡтар әҙәбиәтендә киң билдәле. Яҙыусының халыҡсан, һутлы тел менән яҙылған әҫәрҙәрен төрлө быуын уҡыусылары яратып уҡый. Сабир Нәғим улы тиҫтәнән ашыу китап авторы, әммә уның тормош юлы күберәк матбуғат баҫмалары менән бәйле.

Белорет районының Баҡый ауылында тыуып үҫкән егет Белорет педагогия училищеһын тамамлағандан һуң тыуған мәкәтбендә белем бирә, әммә ике йылдан һуң белем алыу теләге уны Башҡорт дәүләт университетына алып килә. Студент йылдарында уҡ Сабир Шәрипов тәүге ижад емештәрен баҫтыра башлай. Диплом алғас тәүҙә "Совет Башҡортостаны", һуңынан "Китап" нәшриәтендә, "Ағиҙел" журналында эшләй. Әммә бер ваҡытта ла әҙәбиәттән айырылмай. Сабир Шәриповтың әҫәрҙәре рус, украин, татар, сыуаш телдәренә тәржемә ителгән.

Сабир Нәғим улы киң күңелле, ябай башҡорт холоҡло егет-уҙаман булды. Әҙәбиәт донъяһында киң йөҙөп йөрөнө. Ҡапыл китеп барыуы үкенесле. “Зәңгәр катер” исемле романы иҫкә төшә. Сабир Шәрипов башҡорт әҙәбиәтендә ошо зәңгәр катер штурвалына баҫып, үҙенең зиһен орлоҡтарын, рух орлоҡтарын уҡыусыларға күпләп һибеү мөмкинлегенә эйә ине.

Ғиниәт Ҡунафин, БДУ профессоры, филология фәндәре докторы

Әҙәбиәттә ул халыҡтың тормош-көнкүрешен бик тәфсирләп яҡтыртҡан әҫәрҙәре менән киң билдәлелек һәм хөрмәт яуланы. Башҡорт халҡы, әҙәбиәте күпме йәшәһә, Сабир Шәриповтың романдары, повестары, хикәйәләре һәм новеллалары шунса беҙҙең хәтеребеҙҙә һаҡланасаҡ.

Хәсән Назар, Башҡортостандың халыҡ шағиры, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты

Сабир Шәрипов бай, халыҡсан телле яҙыусы ғына түгел, көслө спортсы ла була, хатта Бөтә Союз ярыштарында ҡатнаша. шахматты оҫта уйнай. Ихлас, алсаҡ, ғәҙел, баҫалҡы әҙипте ҡәләмдәштәре хөрмәт итә, ә йәштәр өсөн ул тәжрибәле остаз була. Яҙыусылар союзының, матбуғат баҫмаларының әҙәбиәт, проза секцияларын етәкләгән ваҡытта Сабир Шәрипов бик күп йәштәргә әҙәбиәткә аяҡ баҫырға булышлыҡ итә, фатихаһын бирә.

Мин Сабир ағайҙы яҡташ булараҡ ғына түгел, ижадташ булараҡ та хөрмәт итәм. Эше өсөн янып йәшәне. Ул үҙ ижады менән генә булышманы, проза секцияһы етәксеһе булараҡ, йәш ижадсыларҙың әҫәрҙәрен урынына еткереп ҡуйырға ярҙам итте, аҙаҡ журналда, йә иһә китап итеп баҫтырып сығарыу мәсьәләһен хәстәрләп йөрөнө. Мин үҙем дә китабымды уның фатихаһы менән сығарҙым.

Айгиз Баймөхәмәтов, Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты

Автор: Рәмзиә Кәримова-Байбулатова.