Ололарға льготалар

Башҡортостанда хаҡлы ялдағылар һәм пенсия алды йәшендәгеләргә ташламалар биреү өсөн 5 миллиард һум аҡса бүленәсәк. Был турала Рөстәм Хәмитов пенсия системаһы ҡануниәтендәге үҙгәрештәргә аңлатма биргәндә белдерҙе.

Үткән шаршамбы ил башлығы пенсия реформаһы буйынса халыҡҡа мөрәжәғәт итте. Владимир Путин ҡатын ҡыҙҙарға хаҡлы ялға сығыу йәшен хөкүмәт тәҡдим иткән 63 йәштән 60-ҡа кәметеү кәрәклеген белдерҙе. Өс балалы әсәләр пенсияға 57 йәштә, дүрт бала тапҡандар 56, ә биш балаға ғүмер биреүсе ҡатын-ҡыҙҙар 50 йәштән хаҡлы ялға китә ала. Бынан тыш ул оло йәштәгеләргә ҡаралған льготаларҙы пенсияға сығыу ваҡытынан түгел, ә йәшкә ҡарап биреү тәҡдимен индерҙе.

хочу сказать, что все, что планировали, женщинам старше 55 лет и мужчинам старше 60 лет, все льготы будут сохранены. Это касается и единых выплат компенсационных, и доплат связанных с проездом в общественном транспорте, и доплат связанных с усугами ЖКХ, квартирных услуг, мы думаем и над новыми льготами, и все это делается для того, чтобы людям в этот период было полегче

Республика башлығы фекеренсә, ошо рәүешле хаҡлы ялға оҙатыу төбәктәрҙә тыуым артыуына ла килтерәсәк. Рөстәм Хәмитов интевьюһын тулы күләмдә беҙҙең рәсми сайтта ҡарай алаһығыҙ.

Автор: Айнур Кәбиров.