Мин-гражданин

Ошондай исем аҫтында 4 көн буйы дауам иткән форумға йомғаҡ яһалды. Күләмле сара Өфө-арена һарайында үтте. Программа бик сағыу һәм йөкмәткеле. Белем биреү өлөшөнән тыш, дрифтерҙар сығышы, брейк бейеүселәр ярышы, IT проекттар күгәҙмәһе булды. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Көслө мотор тауыштарынан ҡолаҡ сыңлай, ә һауала – янған резина еҫе. Был тамаша нервылары ҡаҡшағандар өсөн түгел. Майҙанда әйләнгән тимер аттар ҡанатланып осоп китер кеүек. Тәү ҡарамаҡҡа беҙҙең өсөн ят һәм сит шөғөл, әммә халыҡ геү килеп тамаша ҡыла, бигерәк тә йәштәр. Әлегә тиклем бындай сығыштар тик ҡаланан ситтә ойошторолһа, бөгөн үҙәктә. Руль артындағылар әйтеүенсә, дрифт менән шөғөлләнеүселәр арта һәм был яҡшы. Сөнки ул сәләмәт йәшәү образының бер йүнәлеше.

Дрифтты дыуамалдар шөғөлө, тәгәрмәс яндырып йөрөйҙәр тип ҡарарға кәрәкмәй. Был ҡатмарлы хәрәкәттәрҙе яһау өсөн физик көс, айыҡ аҡыл мөһим. Тимәк, дрифтер бер ҡасан да насар ғәҙәттәр менән мауыҡмаясаҡ. Йәштәр ҡыҙыҡһына икән, үҫтерергә кәрәк, һәр йәш кешенең күңеленә ятышлы шөғөлө булыуы мөһим.

Юрий Невский, пилот

Брейк бейеү ҙә, графитти төшөрөү ҙә сағыштырмаса ят шөғөл, әммә хәҙер йәштәр һәр яңылыҡҡа ынтыла, үҙләштереп, өйрәнеп кенә бара. Элекке замандағы һымаҡ бөтә кешене лә уң ҡул менән яҙырға мәжбүр итеү, ниндәйҙер һөнәргә төркөмләп өйрәтеү юҡ. Теләге булған кеше юлын да таба, мөмкинлектәр ҙә күп. Ә өлкәндәрҙең бурысы уларға үҫергә, камиллашырға ярҙам итеү.

IT-күргәҙмә, мимдар тамашаһы, йәғни акробат фокусниктар сығышы... Форумдың программаһы хаҡында күп һөйләргә мөмкин. Йәштәрҙең тормош рәүеше лә, фекерләү ҡеүәһе лә башҡа. Был спортҡа ла, ижадҡа ла, фәнни асыштарға ла ҡағыла. Сараның маҡсаты йәштәрҙең иң алдынғы идеяларын республика үҫеш программаһына индереү. Мәғариф, белем биреү өлөшө тап ошо маҡсатты күҙ уңында тота. Йәштәр Ишембай районында бергәләшеп фекер алышҡан, тәжрибә уртаҡлашҡан, яңы проекттарға нигеҙ һалған.

Ҡатнашыусылар бик әүҙем булды, һәр майҙансыҡта үҙҙәрен һынап ҡаранылар, спикерҙарҙы тыңланылар. Йәштәргә барыһы ла оҡшағандыр тип уйлайым. Был форумда мин smm өсөн яуаплы булдым.

Йәзилә Мөлөкова, ойоштороусы

Йомғаҡлау сараһында ла билдәле спикерҙар ҡатнаша, улар араһында бестселлерҙар авторы Лариса Парфентьева, молекуляр медицина үҙәгенә нигеҙ һалыусы Артем Шаронов, эшҡыуар Рим Хәсәнов һәм башҡалар. Улар йәштәргә уңыш серҙәрен һөйләне, тормошҡа йүнәлеш бирҙе. Форум делегаттары фекеренсә, был сара бик мөһим, ул башта йөрөгән идеяларҙы тормошҡа ашырырға этәргес бирә.

Үҙ фекер менән бүлешергә һәм идеяларҙы тормошҡа аштырырға килдем. Күп кеше закондарҙы белмәй, беҙгә бында закондарҙы өйрәттеләр, дөрөҫ юл күрһәттеләр.

Линар, форумда ҡатнашыусы

Спикерҙар сығышын эстә генә түгел, урамда ла тыңларға мөмкин булды. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тарафынан тура трансляция ойошторолғайны.

Мин-гражданин, форумдың исеме үк тәрән мәғәнәгә эйә. Йәш быуын үҙен тыуған ерендә ышаныслы тойһон, киләсәккә өмөт менән ҡараһын, уй-ниәттәрен тормошҡа ашыра алырлыҡ мөмкинлектәр барлығын белһен өсөн власть органдары тарафынан да, йәмәғәтселек яғынан да иғтибар, хәстәр булырға тейеш. Бөгөнгө сара шуға асыҡ миҫал. Башҡортостанда йәштәр иғтибар үҙәгендә, улар ҙа килсәктең үҙҙәре ҡулында икәнен яҡшы аңлай. Ә республика етәкселеге йәш быуынға бар яҡлап та ярҙам күрһәтергә әҙер.

Автор: Рәмзиә.Кәримова-Байбулатова.