Яңы уҡыу йылында Күгәрсен районында дүрт йөҙгә яҡын уҡыусы беренсе синыфҡа барҙы

Мәҡсүт ауылы мәктәбе уҡыусылары беренсе сентябрь байрамын икеләтә шатлыҡ менән ҡаршы алдылар. Белем көнө уңыйынан мәктәптең яңыртылған спорт залы үҙ ишектәрен асты.

Был ваҡиғаны урындағы спорт һөйөүселәр ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Сөнки бында уҡысылар менән бер рәттә ауыл халҡы ла спорт менән шөғөлләнә аласаҡ.

Мәҡсүт урта мәктәбенең спорт залына капиталь ремонт яһалды. Был ремонт беҙгә ныҡ кәрәк ине, сөнки элек спорт залында һыуыҡ булды. Әле бында түшәм түшәлде, яңы вентиляция эшләнде, йылытыу системаһы үҙгәртелде.

Фәнил Хөсәйенов, Мәҡсүт урта белем биреү мәктәбе директоры

Автор: Айнур Кәбиров.